bannerbannerbanner
logo
Войти

Книги для чтения на башкирском языке

Добавлено
Год выхода: 2021
Язык: Русский
Мои любимые три буквы ("Мин яратҡан өс хәреф"). Книга - сброник рассказов на башкирском языке, напис…
Мои любимые три буквы ("Мин яратҡан өс хәреф"). Книга - сброник рассказов на башкирском языке, написанных в разные годы.
Добавлено
Год выхода: 2021
Язык: ba
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһыны…
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың «Әҫәрҙәр» енә поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары индерелде.
Добавлено
Год выхода: 2017
Язык: ba
Илебеҙҙең ғорурлығы, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, олуғ шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов…
Илебеҙҙең ғорурлығы, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, олуғ шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап нәшер ителгән был китапҡа мәшһүр әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, поэмалары тупланды. Уның шиғри аманатының ни тиклем ҡыйыу, тормошсан, тәрән йөкмәткеле булғанын йылдан-йыл нығыраҡ аңлайбыҙ.
Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә алтын яғам» исемле йыйынтығында шағирәнең иң тәүге ижад емештәре тупланған. Тәү сиратта мөхәббәт ерлегендә тыуған нескә, яҡты хистәр, һағыш-кисерештәр, һәм шулай уҡ тыуған ергә, туған телгә арнап илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар урын алды.
Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәренең II томына тупланған очерктар, хәтирәләр һәм публицистик мәҡәләләр халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле милли мираҫы – тәрбиә ҡанундарын сағылдыра.
«Состояние общества сильно зависит от наличия отдельной семьи. В то же время, любое развитие общества оказывает существенное влияние на семью. Поэтому в ведущих странах особое внимание уделяется здоровью женщины, условиям ее жизни, являющимся основой благосостояния семьи и благополучия семьи. В обществе, как государстве, необходимо проявлять постоянную заботу о каждом жителе своей страны, ведь чем меньше его внимания, тем меньше он интересуется судьбой общества, страны. В последние годы в нашей стране начали наблюдаться именно такие негативные явления.»
Добавлено
Год выхода: 2020
Язык: ba
Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән ф…
Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән фашизмға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, Бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҡаты һынауҙар аша үтә. Л. Колесников етәкселегендәге партизандар отряды боронғо Римда һәм уның биҫтәләрендә үҙҙәренең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәй.
Фәрзәнә Аҡбулатованың «Янған аттар» тип аталған был романы – «Яҙылып бөтмәгән китап» романының дауамы. Төп герой Зәһүрәнең мажаралары дауам итә. Заманыбыҙ тынғыһыҙ ханым алдына ҙур һынауҙар ҡуя. Ул яңы әҫәр өҫтөндә илһамланып эшләй. Был әҫәрен тамамлармы-юҡмы? Роман аҙағында уҡыусы һорауға үҙе яуап табыр.
Добавлено
Год выхода: 2021
Язык: ba
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сығарылған был китаб…
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сығарылған был китабына төрлө йылдарҙа ижад ителгән драмалары индерелде.
Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның бөтөн әҫәрҙәре лә шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлауға арналған. Шишм…
Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның бөтөн әҫәрҙәре лә шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлауға арналған. Шишмә – символик образ. Ул һәр нәмәнең башланғысы тигән төшөнсәне аңлата. Һыу башы, тел, ил, халыҡ яҙмышы башланғысы, һөйөү, мөхәббәт хистәре яралыуы.
Арҙаҡлы шағир, прозаик, публицист һөм ғалим-энциклопедист Рәшит Шәкүрҙең «һайланма әҫәрҙәр» енең 1 томына шиғырҙары, йырҙары, шиғри хикәйәттәре, ҡиссалары, поэмалары, «Ынйы бөртөктәре» тигән исем аҫтында афористик ижад өлгөләре, шулай уҡ, айырым бүлек итеп, шағирҙың ижады хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләренән өҙөктәр һәм уға арналған шиғырҙар индерелде.
Һеҙ ҡулға алған йыйынтыҡ – Рәйлә Сабитованың икенсе китабы. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, х…
Һеҙ ҡулға алған йыйынтыҡ – Рәйлә Сабитованың икенсе китабы. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡтың аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.
Был йыйынтыҡҡа ауыр, ҡатмарлы осорҙа йәшәгән замандашыбыҙҙың кисерештәре, шәхес булып үҫеүе, тыуған …
Был йыйынтыҡҡа ауыр, ҡатмарлы осорҙа йәшәгән замандашыбыҙҙың кисерештәре, шәхес булып үҫеүе, тыуған еренә, туған теленә, милләт яҙмышына булған улдарса мөнәсәбәте сағыла. Лирик геройҙың төп һыҙаты – үҙен, башҡортлоғон эҙләү һәм табыу.
Шағирҙың был китабы егерменсе быуат аҙағында һәм яңы быуат башында ижад иткән, ҡош юлындай ике быуат…
Шағирҙың был китабы егерменсе быуат аҙағында һәм яңы быуат башында ижад иткән, ҡош юлындай ике быуатты бәйләп торған шиғри гәүһәрҙәренән хасил булды. Авторҙың заман һулышы, ил, халыҡ, кеше, ер яҙмышы тураһында уйланыуҙары, йәшәйеште, мөхәббәтте данлаған шиғырҙары урын алды. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Автор романда 1930-1955 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. Ике ғаилә яҙмышында Тыуған илдәренән алыҫ Себергә, Ҡаҙағстанға ҡыуылған ватандаштар фажиғәһе сағылдырыла, уларҙың Себерҙә күргән михнәттәре, ғазаптары, тайга халҡының да йәшәйеше тәьҫирле һүрәтләнә.
Добавлено
Год выхода: 2013
Язык: ba
Был йыйынтыҡҡа күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Республика Дәүләт премияһы лауреаты Таңсул…
Был йыйынтыҡҡа күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Республика Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың төрлө йылдарҙа ижад иткән повесть һәм хикәйәләре тупланған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә замандаштарыбыҙҙы борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрә. Яҙыусы, ҡайһы ваҡытты тасуирлаһа ла, замана һулышын зирәк аҡылы, һиҙгер йөрәге менән нескә тойомлап, сағыу буяуҙар менән уҡыусы күңеленә еткерә.
Добавлено
Год выхода: 2014
Язык: ba
Башкортстандагы татар прозасының үҫешенә багышланган мәкаләләре аша яшь галимә Альбина Хәлиуллинаның…
Башкортстандагы татар прозасының үҫешенә багышланган мәкаләләре аша яшь галимә Альбина Хәлиуллинаның исеме күпләребезгә таныш. Ә бу җыентыгында исә ул үзенең укучыларына лирик шигырьләрен тәкъдим итә. Тормыш мәгьнәсе турындагы фәлсәфи уйланулар, мәхәббәт утында яну, табыш-югалту, сөенечкөенеч хисләре чагылдырыла аның әсәрләрендә.
Үҫмер осорҙа һәр кемдең күңелендә ил, ер, планетала барған төрлө хәл-ваҡиғаларға, ерҙә йәшәү мәғәнәһенә, егет һәм ҡыҙ араһындағы һөйөү хистәренә ҡарата төрлө уй-фекерҙәр йәшәй. Шиғыр, поэмаларҙағы лирик герой бына шул ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. Был китап мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә, тәрбиәсе, уҡытыусыларға бик файҙалы буласаҡ.
Лилиә һаҡмар Башҡортостанда шағирә булараҡ билдәле. Был уның драма әҫәрҙәре, хикәйәләре, поэмалары, рус һәм төрөк теленән шиғри тәржемәләре, балалар өсөн ижад ителгән шиғырҙары, сценарийҙары тупланған китабы. Әҫәрҙәрҙең ба-рыһында ла тәрбиәүи тәрән фекер халыҡсан, ихлас, образлы телдә асыла. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр серле донъяға әйҙәһә, юмористик хикәйәләре уйланырға мәжбүр итә. Был китап мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, китапханасы, уҡытыусы, тәрбиәселәр өсөн дә тематик кисә, тәрбиәүи саралар уҙғарыуҙа файҙалы ҡулланма буласаҡ.
«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға. Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.
Популярные книги